Бөтә яңылыҡтар

Балаға ваҡытығыҙ бармы?

Интернет селтәрендә осраған бер хикәйә менән бүлешергә булдыҡ, дуҫтар. Бәлки, күптәр ошо фәһемле тарихты уҡып, үҙенә һабаҡ алыр.

Атай кеше эштән ҡайтып, өҫтәл артына ултырған. Өҫкө тартмаһын асып, кәрәкле ҡағыҙҙарын алған да эшкә сумған.
«Атайым янына барайым әле, уға бер үҙенә күңелһеҙҙер», – тигән улы әсәһенә. «Ҡамасаулама, улым, атайың эш менән мәшғүл». Әммә малай әсәһенең әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайынса ипләп кенә ишекте асып ингән дә һиҙҙермәй генә атаһы эргәһенә барып баҫҡан. Ә ул китапҡа эйелеп, нимәлер яҙған. «Бында нимә яҙылған?» – тип һораған малай. «Һин уны аңлай алмаҫһың», – тигән атаһы. «Ә мин, атай, тырышып ҡарармын», – тигән улы.
«Улайһа, тыңла. Бында мөһим осрашыуҙар, кешеләрҙең исемдәре яҙылған. Тағы ла көн буйына нимә менән шөғөлләнергә тейешлегем теркәлгән», – тигән атаһы. Малай уға яратып ҡарап: «Ә унда минең исемем яҙылғанмы?» – тип һораған.
Был хикмәтле хикәйәткә аңлатма биреү кәрәкме икән? Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәренең эштәре менән шул тиклем мәшғүл булып, балаларына бөтөнләй иғтибар биреп еткермәй. Ә көнө буйы ата-әсәһен күрмәгән баланың һөйләшкеһе, уйнағыһы, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғыһы килә. Был ата-әсәләргә генә түгел, бөтә өлкәндәргә лә ҡағыла. Балалар менән һөйләшегеҙ, уларҙың бер генә һорауы ла яуапһыҙ ҡалмаһын. Иң мөһиме: улар яңғыҙ булмаһын.

М. АЗАМАТОВ.

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас