Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Август 2025, 17:15

«Еңеү ҡайтыр атай менән»

Һөйөнсө! Коллегабыҙ, балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»нең хәбәрсеһе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимованың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Еңеү ҡайтыр атай менән» – «Отцы вернутся с победой» китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡ урыҫ һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт телендә баҫтырылып сығарылды.

«Еңеү ҡайтыр атай менән»
«Еңеү ҡайтыр атай менән»

– «Йәншишмә» гәзитендә 32 йыл эшләү тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам, балалар һәм уҡытыусылар менән берлектә ойошторолған төрлө акцияларҙың һөҙөмтәһе бик ҙур. Әлеге мәлдә үҙем дә — Баймаҡта ойошторолған «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөнөң ирекмәне. Шул төркөм ирекмәндәренә ярҙамлашҡан уҡыусы балаларҙың башҡарған изгелектәрен үҙ күҙҙәрем менән күргәндән һуң гәзитебеҙҙә «Ил һаҡларға яуға китте» тигән акция башлап ебәргәйнем. Шунан ә ниңә ошоларҙы китап итеп сығармаҫҡа, илһөйәр балаларҙың матур сифаттарын тирә-яҡҡа таратмаҫҡа, тип уйланым. Шулай итеп, мәҡәләләрҙе бергә туплап, Баймаҡ районының «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөндә көн-төн, тип тормай изгелек башҡарған яҡташтарым хаҡындағын да ҡушып, «Еңеү ҡайтыр атай менән» «Отцы вернутся с победой» китабын баҫтырып сығарырға ниәт иттем һәм тормошҡа ашырҙым.

         Китап ике өлөштән тора: беренсеһе — бөгөнгө беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен аямай дошмандар менән яуҙа батырҙарса көрәшкән һалдат-геройҙарыбыҙ хаҡында булһа, икенсеһе тылдағы балалар һәм ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре тураһында. Бында өс быуын дәүерҙәре ингән, тиһәм дә була. Шул уҡ ваҡытта китапты Еңеүҙең 80 йыллығына ла арналған, тип тә әйтә алам, сөнки унда тыл быуындары хеҙмәтененең, өләсәйем һәм әсәйемдең дә хәтирәләре индерелгән. Ә хәҙерге быуын балалары йөрәк ҡушыуы буйынса ҡулдарынан килгәнсә махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итә. Ошо үҙе үк бер батырлыҡ түгелме?! Улар үҙ теләктәре менән өлкәндәргә ҡушылып изге эш башҡара.
         Был китапта яҙылған геройҙарыбыҙ беҙҙең арала йәшәй. Илебеҙ киләсәге — ошондай илһөйәр, ерһөйәр булып, аяғында ныҡ баҫып торған, яуаплылыҡ төшөнсәһен бәләкәйҙән тәрбиәләгән быуын ҡулында.

«Еңеү ҡайтыр атай менән»
«Еңеү ҡайтыр атай менән»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас